ba
large_stringlengths
1
3k
ru
large_stringlengths
1
3.01k
corpus
large_stringclasses
56 values
Бер нисә секундтан һуң инде Морозка ат өҫтөндә, ҡош кеүек йомолоп, арпа баҫыуы буйлап бик ҡаты саптырып бара ине.
Через несколько секунд, распластавшись, как птица, Морозка летел по ячменному полю.
Fadeev
Баш өҫтөндә йылтыр утлы күгәүендәр асыулы выжылдай, ат арҡаһы ваҡыт-ваҡыт упҡынға төшөп киткәндәй була, аяҡ аҫтында арпа баҫыуы һыпырылып ҡала...
Злобно взыкали над головой свинцово-огненные пауты, падала куда-то в пропасть лошадиная спина, стремглав свистел под ногами ячмень.
Fadeev
Морозка теҙгенен бер яҡҡа ташланы ла, бер аяғы менән айғырын аяуһыҙ шпорлап: – Ят!.. – тип ҡысҡырҙы.
— Ложись!.. – крикнул Морозка, перебрасывая повод на одну сторону и бешено пришпоривая жеребца одной ногой.
Fadeev
Мишка төрлө яҡтан пулялар яуып торған урынға ятырға теләмәне, башын ҡанлы аҡ яулыҡ менән бәйләгән, йөҙ түбән ҡапланып, ыңғырашып ятҡан кәүҙә тирәһендә дүрт аяғы менән дә һикергеләне.
Мишка не хотел ложиться под пулями и прыгал всеми четырьмя вокруг опрокинутой стонущей фигуры с белой, окрашенной кровью повязкой на голове.
Fadeev
Мишка, көсәнеүҙән ҡалтыранған теҙҙәрен бөгөп, ергә ятты.
Поджав дрожащие от напряжения колени, Мишка опустился на землю.
Fadeev
Яралы егет, уны ординарец эйәренә арҡыры һалғанда: – Ауырта, ай... а-ауырта!.. – тип ыңғырашты.
— Больно, ой... бо-больно!.. – стонал раненый, когда ординарец перебрасывал его через седло.
Fadeev
Мыйыҡ сығып өлгөрмәгән был егеттең ҡомһарған йөҙө ҡанға буялһа ла, аҡ, таҙа ине.
Лицо у парня было бледное, безусое, чистенькое, хотя и вымазанное в крови.
Fadeev
Морозка теш араһынан ғына уға: – Ыңғырашма, илаҡ!.. – тине.
— Молчи, зануда!.. – прошептал Морозка.
Fadeev
Бер нисә минуттан һуң инде ул, теҙгенен бөтөнләй ебәреп, ике ҡулы менән дә яралыны тотоп, Левинсон отряды торған ауылға табан тау итәге буйлап сабып бара ине.
Через несколько минут, опустив поводья, поддерживая ношу обеими руками, он скакал вокруг холма – к деревушке, где стоял отряд Левинсона.
Fadeev
II. Мечик
II. Мечик
Fadeev
Дөрөҫөн әйкәндә, Морозка үҙе ҡотҡарған был егетте күреү менән үк оҡшатманы.
Сказать правду, спасенный не понравился Морозке с первого взгляда.
Fadeev
Морозка ыҫпай кешеләрҙе яратмай ине.
Морозка не любил чистеньких людей.
Fadeev
Бындай кешеләрҙең һүҙҙәрендә тормаусан, ышанысһыҙ, бер нигә яраҡһыҙ кешеләр икәнен ул тормош тәжрибәһе буйынса белә ине.
В его жизненной практике это были непостоянные, никчемные люди, которым нельзя верить.
Fadeev
Етмәһә, был яралы егет беренсе аҙымдарынан уҡ үҙен бер ҙә ҡыйыу кеше итеп күрһәтмәне.
Кроме того, раненый с первых же шагов проявил себя не очень мужественным человеком.
Fadeev
Саҡ ҡына сыйып үткәнгә лә ебеп төшкән, – тине.
Немного царапнули, а он и размяк.
Fadeev
Морозка уға бик мыҫҡыллы итеп тағы ла ниҙер әйтергә теләгәйне, ләкин һүҙ таба алманы.
Морозке хотелось сказать что-нибудь очень обидное, но он не находил слов.
Fadeev
— Маңҡа малай икәне күренеп тора... – тип кенә мығырланы.
— Известно, сопливый... – бурчал он недовольным голосом.
Fadeev
— Лаңҡылдама, – тине Левинсон ҡаты ғына, уның һүҙен бүлдереп.
— Не трепись, – перебил Левинсон сурово.
Fadeev
Бакланов!..
Бакланов!..
Fadeev
Төндә был егетте лазаретҡа илтеп ҡуйырһығыҙ.
Ночью отвезете парня в лазарет.
Fadeev
Егеттең яраларын бәйләнеләр.
Раненому сделали перевязку.
Fadeev
Пинжәгенең ян кеҫәһенән бер аҙ аҡса, документтар (исеме Павел Мечик ине) һәм бер төргәк хаттар табылды, улар араһында бер ҡыҙ һүрәте лә бар ине.
В боковом кармане пиджака нашли немного денег, документы (звать Павлом Мечиком), сверток с письмами и женской фотографической карточкой.
Fadeev
Уҫал ҡарашлы, ҡырынмаған, ҡояшта ҡарайған бер-ике тиҫтә кеше, һүрәтте сират менән ҡулдан ҡулға йөрөтөп, аҡһыл бөҙрә сәсле һылыу ҡыҙҙың йөҙөн ентекләп ҡарап сыҡтылар ҙа хаттар араһына кире тығып ҡуйҙылар.
Десятка два угрюмых, небритых, черных от загара людей по очереди исследовали нежное, в светлых кудряшках, девичье лицо, и карточка смущенно вернулась на свое место.
Fadeev
Яралы егет, ҡанһыҙ ирендәрен ҡымтып, хәрәкәтһеҙ ҡулдарын одеял өҫтөнә һуҙып, һушһыҙ ята ине.
Раненый лежал без памяти, с застывшими, бескровными губами, безжизненно вытянув руки по одеялу.
Fadeev
Ул күкһел-ҡараңғы, бөркөү кисте дыңғырлауыҡ арбала үҙен ауылдан алып сыҡҡандарын да һиҙмәне, тик носилкала ғына аңына килде.
Он не слыхал, как душным темно-сизым вечером его вывезли из деревни на тряской телеге, очнулся уже на носилках.
Fadeev
Шул саҡ уның әкрен генә сайҡалыуҙы беренсе мәртәбә тойоуы баш өҫтөндә йөҙгән йондоҙло күкте тоноҡ ҡына абайлауы менән бергә ҡушылды.
Первое ощущение плавного качания слилось с таким же смутным ощущением плывущего над головой звездного неба.
Fadeev
Уны төрлө яҡтан йөнтәҫ, төпһөҙ ҡараңғылыҡ солғап алған, эрбет, ҡарағай ағастарынан, ерҙәге серегән япраҡтарҙан спиртлы төнәтмәләй көслө, саф еҫ аңҡый ине.
Со всех сторон обступала мохнатая, безглазая темь, тянуло свежим и крепким, как бы настоянным на спирту, запахом хвои и прелого листа.
Fadeev
Мечиктың күңелендә уны шулай әкрен генә, һаҡлыҡ менән генә алып барған кешеләргә тәрән рәхмәт тойғоһо уянды.
Он почувствовал тихую благодарность к людям, которые несли его так плавно и бережно.
Fadeev
Ул, улар менән һөйләшергә теләп, ирендәрен ҡыймылдатып ҡараһа ла, бер нәмә лә әйтә алмайынса, яңынан аңын юғалтты.
Хотел заговорить с ними, шевельнул губами и, ничего не сказав, снова впал в забытье.
Fadeev
Икенсе тапҡыр һушына килгәндә, яҡтырғайны инде.
Когда проснулся вторично, был уже день.
Fadeev
Эрбет ағастары араһынан дәү, ялҡау ҡояш ҡарай.
В дымящихся лапах кедровника таяло пышное и ленивое солнце.
Fadeev
Мечик күләгәләге карауатта ята.
Мечик лежал на койке, в тени.
Fadeev
Уның уң яғында өҫтөнә һоро халат кейгән, оҙон буйлы, туп-тура кәүҙәле ябыҡ бер ир баҫып тора, ә һул яғында алтынһыу-ҡуңыр толомдарын артҡа ташлаған, тыныс йөҙлө бер ҡатын карауатҡа эйелгәйне.
Справа стоял сухой, высокий, негнущийся мужчина в сером больничном халате, а слева, опрокинув через плечо тяжелые золотисто-русые косы, склонилась над койкой спокойная и мягкая женская фигура.
Fadeev
Мечиктың күңелен биләп алған иң беренсе хис шул булды: был ҡатындың тыныс тәбиғәтенән, һөрмәле ҙур күҙҙәренән, күпереп торған толомдарынан, йылы, ҡара тутлы ҡулдарынан ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ, гүйә бөтә нәмәне үҙ эсенә һыйҙырған сикһеҙ мәрхәмәтлелек, яғымлылыҡ бөркөлә.
Первое, что охватило Мечика, – что исходило от этой спокойной фигуры – от ее больших дымчатых глаз, пушистых кос, от теплых смуглых рук, – было чувство какой-то бесцельной, но всеобъемлющей, почти безграничной доброты и нежности.
Fadeev
— Мин ҡайҙа? – тип һораны Мечик әкрен генә.
— Где я? – тихо спросил Мечик.
Fadeev
— Ярарлыҡ... – тине ул тыныс ҡына.
— Сойдет... – сказал он спокойно.
Fadeev
Варя, яраһын бәйләр өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләгеҙ ҙә Харченконы саҡырығыҙ...
Варя, приготовьте все для перевязки да кликните Харченко...
Fadeev
Бер аҙ тын торғандан һуң, ни өсөндөр өҫтәп ҡуйҙы: – Бер юлы шунда.
Помолчал немного и неизвестно для чего добавил: – Уж заодно.
Fadeev
Мечик, ҙур ҡыйынлыҡ менән күҙ ҡабаҡтарын асып, һөйләүсегә ҡараны.
Мечик с болью приподнял веки и посмотрел на говорившего.
Fadeev
Ул оҙонса һарғылт йөҙлө, эскә батҡан ялтырауыҡ күҙле кеше ине.
У того было длинное и желтое лицо с глубоко запавшими блестящими глазами.
Fadeev
Мечикка вайымһыҙ ғына текәлгән был кешенең бер күҙе ҡапыл күңелһеҙ генә ҡыҫылып ҡуйҙы.
Они безразлично уставились на раненого, и один глаз неожиданно и скучно подмигнул.
Fadeev
Оҙон кеше, яраны бәйләй-бәйләй: – Бына хәҙер һәйбәт булды, – тине.
— Вот и хорошо, – сказал высокий мужчина, кончая перевязку.
Fadeev
Апаруҡ өс яра, ә башың сыйылған ғына.
Три дырки настоящих, а в голову – так, царапина.
Fadeev
Бер айҙан тамам төҙәлер, төҙәлмәһә, исемем Сташинский булмаһын.
Через месяц зарастут, или я – не Сташинский.
Fadeev
Ул бер аҙ йәнләнеп китте, бармаҡтарын йәһәтерәк йөрөттө, тик күҙҙәре һаман да шулай тоноҡ ялтырай, ә уңы өҙлөкһөҙ ҡыҫылғылап ҡуя ине.
Он несколько оживился, быстрей зашевелил пальцами, только глаза смотрели с тем же тоскливым блеском, и правый – однообразно мигал.
Fadeev
Мечикты йыуындырҙылар.
Мечика умыли.
Fadeev
Ул, терһәктәренә таянып, урынынан күтәрелде, тирә-яҡҡа ҡараны.
Он приподнялся на локтях и посмотрел вокруг.
Fadeev
Ағас барак янында ниндәйҙер кешеләр ығы-зығы килә, мөрйәнән күгелйем төтөн күтәрелә; түбә таҡталарынан ыҫмала йылтырап күренә.
Какие-то люди суетились у бревенчатого барака, из трубы вился синеватый дымок, на крыше проступала смола.
Fadeev
Урман ситендә ҡара суҡышлы ҙур бер тумыртҡа тырышып-тырышып ағас суҡый.
Огромный черноклювый дятел деловито стучал на опушке.
Fadeev
Өҫтөнә халат кейгән, таяҡҡа таянған, аҡһыл һаҡаллы бер йыуаш ҡарт алсаҡ йөҙ менән тирә-яғына ҡаранып тора.
Опершись на посошок, добродушно глядел на все светлобородый и тихий старичок в халате.
Fadeev
Бынан өс аҙналар элек, итек ҡуңысына – путевкаһын, кеҫәһенә револьверын тығып ҡаланан килгәндә, Мечик киләсәктә үҙен нимәләр көткәнен бик томанлы ғына күҙ алдына килтергәйне.
Недели три тому назад, шагая из города с путевкой в сапоге и револьвером в кармане, Мечик очень смутно представлял себе, что его ожидает.
Fadeev
Ул күңелле бер ҡала көйөн дәртле генә һыҙғырғылап йөрөнө, – уның бөтә тамырҙарында дыуамал ҡан уйнай, ул көрәш, хәрәкәт теләй ине.
Он бодро насвистывал веселенький городской мотивчик – в каждой жилке играла шумная кровь, хотелось борьбы и движения.
Fadeev
Мечиктың күҙ алдына газеталар арҡыры ғына таныш булған сопка халҡы бик йәнле килеп баҫты, – улар уға дары төтөнөнә ыҫланған ҡаһарман кешеләр булып тойолдо.
Люди в сопках (знакомые только по газетам) вставали перед глазами как живые – в одежде из порохового дыма и героических подвигов.
Fadeev
Ҡыҙыҡһыныуҙан, сая хыялдарҙан, аҡһыл бөҙрә сәсле ҡыҙ тураһындағы иҙрәткес ләззәтле хәтирәләрҙән уның хатта башы томанланып китте...
Голова пухла от любопытства, от дерзкого воображения, от томительно-сладких воспоминаний о девушке в светлых кудряшках.
Fadeev
Ул ҡыҙ, моғайын, һаман да әле шулай иртәләрен печенье менән кофе әсәлер һәм, күк ҡағыҙ менән тышланған китаптарын ҡайыш менән бәйләп, уҡырға йөрөйҙөр...
Она, наверно, по-прежнему пьет утром кофе с печеньем и, стянув ремешком книжки, обернутые в синюю бумагу, ходит учиться...
Fadeev
Крыловка янында ғына ҡыуаҡлыҡтан, берданкаларын әҙер тотоп, бер нисә кеше атылып килеп сыҡты.
У самой Крыловки выскочило из кустов несколько человек с берданами наперевес.
Fadeev
Матрос фуражкаһы кейгән оҙонса битле бер егет: – Һин кем? – тип һораны.
— Кто такой? – спросил остролицый парень в матросской фуражке.
Fadeev
— Ә бына... мине ҡаланан ебәргәйнеләр...
— Да вот... послан из города...
Fadeev
— Документтарың?
— Документы?
Fadeev
Матрос, шайтан таяғы шикелле сәнскеле күҙҙәре менән ара-тирә Мечикка ҡараштырғылап: – «...При... морской... о-бластной... комитет... социалистов... ре-лю-ци-не-ров...», – тип, ижекләп уҡырға тотондо.
— “... При... морской... о-бластной комитет... социалистов... ре-лю-ци-не-ров...”, – читал матрос по складам, изредка взбрасывая на Мечика колючие, как бодяки, глаза.
Fadeev
Улай икән... – тип, билдәһеҙ генә һуҙып ҡуйҙы.
Та-ак... – протянул неопределенно.
Fadeev
Ҡапыл уның йөҙөн ҡан баҫты, һәм ул, Мечиктың пинжәк яғаһынан тотоп алып, ҡарлыҡҡан, сыйылдыҡ тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе: – Нисек итеп һин, ҡәбәхәт...
И вдруг, налившись кровью, схватил Мечика за отвороты пиджака и закричал натуженным, визгливым голосом: – Как же ты, паскуда...
Fadeev
Унда бит «максималистар» тигән...
Да ведь это же – “максималистов”...
Fadeev
Уҡып ҡарағыҙ әле, иптәш!
Прочтите, товарищ!
Fadeev
— Тенте-геҙ!..
— Обыска-ать!..
Fadeev
Бер нисә минуттан һуң, туҡмалған һәм ҡоралһыҙландырылған Мечик бурһыҡ тиреһенән тегелгән оҙон папахалы, өтөп алырлыҡ ҡара күҙле кеше алдында баҫып тора ине.
Через несколько минут Мечик – избитый и обезоруженный – стоял перед человеком в островерхой барсучьей папахе, с черными глазами, прожигающими до пяток.
Fadeev
— Улар аңлап бөтөрмәне... – тине Мечик, ҡалтыранып һулҡылдай-һулҡылдай, тотлоға-тотлоға.
— Они не разобрали... – говорил Мечик, нервно всхлипывая и заикаясь.
Fadeev
Унда бит «максималистар» тип яҙылған...
Ведь там же написано – “максималистов”...
Fadeev
Иғтибар итегеҙ әле, зинһар...
Обратите внимание, пожалуйста...
Fadeev
— Йә әле, бир әле ҡағыҙҙы.
— А ну, дай бумагу.
Fadeev
Оҙон папахалы кеше путевкаға текәлде.
Человек в барсучьей папахе уставился на путевку.
Fadeev
Йомарланып бөткән ҡағыҙ уның күҙ ҡарашы аҫтында тәтәй башланы төҫлө.
Под его взглядом скомканная бумажка как будто дымилась.
Fadeev
Унан ул ҡарашын матросҡа йүнәлтте.
Потом он перевел глаза на матроса.
Fadeev
— Алйот... – тине ул ҡаты ғына.
— Дурак... – сказал сурово.
Fadeev
Максималистар, тип әйттем бит мин һеҙгә!
Ведь я же говорил – максималистов!
Fadeev
Был бит бөтөнләй башҡа...
Ведь это же совсем другое...
Fadeev
Бына ғәжәп!
Чудеса!
Fadeev
Шул көндән башлап Мечик отрядтың тулы хоҡуҡлы ағзаһына әүерелде.
В тот же день Мечик стал равноправным членом отряда.
Fadeev
Әйләнә-тирәһендәге кешеләр уның хыялындағы геройҙарға бер ҙә оҡшамай ине.
Окружающие люди нисколько не походили на созданных его пылким воображением.
Fadeev
Был кешеләр бысрағыраҡ та, бетлерәк тә, ҡаты йөрәклерәк тә һәм рыяһыҙыраҡ та.
Эти были грязнее, вшивей, жестче и непосредственней.
Fadeev
Улар бер-береһенең патрондарын урлайҙар, ваҡ-төйәк өсөн дә әсе итеп һүгенәләр, бер киҫәк май өсөн ҡанға туҙышып һуғышалар.
Они крали друг у друга патроны, ругались раздраженным матом из-за каждого пустяка и дрались в кровь из-за куска сала.
Fadeev
Улар төрлөсә сәбәп табып Мечикты мыҫкыл итәләр, уның ҡаласа тегелгән пинжәгенән дә, дөрөҫ итеп һөйләүенән дә, винтовка таҙарта белмәүенән дә, хатта төшкө аш ваҡытында бер ҡаҙаҡтан кәм икмәк ашауынан да көләләр.
Они издевались над Мечиком по всякому поводу – над его городским пиджаком, над правильной речью, над тем, что он не умеет чистить винтовку, даже над тем, что он съедает меньше фунта хлеба за обедом.
Fadeev
Иллә мәгәр былар китаптағы кешеләр түгел, ә ысын, тере кешеләр ине.
Но зато это были не книжные, а настоящие, живые люди.
Fadeev
Мечик хәҙер, тайганың тын аҡланында ятҡанда, шуларҙың бөтәһен дә яңынан бер тапҡыр башынан кисерҙе.
Теперь, лежа на тихой таежной прогалине, Мечик все пережил вновь.
Fadeev
Ул үҙенең отрядҡа килгән саҡтағы иң яҡшы, бер ҡатлы, әммә ихлас хистәрен ҡыҙғанды.
Ему стало жаль хорошего, наивного, но искреннего чувства, с которым он шел в отряд.
Fadeev
Хәҙер үҙ тирәһендәге кешеләрҙең уны ҡарауҙары, тәрбиәләүҙәре һәм уға ҡарата булған мөхәббәттәре, тайганың йоҡомһораған һиллеге уның күңеленә айырыуса тәьҫир итә ине.
С особенной, болезненной чуткостью воспринимал он теперь заботы и любовь окружающих, дремотную таежную тишину.
Fadeev
Госпиталь ике шишмә бергә ҡушылған ерҙә урынлашҡайны.
Госпиталь стоял на стрелке у слияния двух ключей.
Fadeev
Урман буйында, тумыртҡа ағас суҡыған ерҙә, зәңгәрһыу ҡыҙыл Маньчжурия сағандары үҙ-ара серләшә, ә түбәндә, яр аҫтында, йылтыр һары сәскәләр менән ҡапланған шишмәләр туҡтауһыҙ сылтырап ята.
На опушке, где постукивал дятел, шептались багряные маньчжурские черноклены, а внизу, под откосом, неустанно пели укутанные в серебристый пырник ключи.
Fadeev
Ауырыуҙар, яралылар күп түгел.
Больных и раненых было немного.
Fadeev
Ҡаты яралылар икәү генә: ҡорһағы яраланған Сучан партизаны Фролов менән Мечик ҡына.
Тяжелых – двое: сучанский партизан Фролов, раненный в живот, и Мечик.
Fadeev
Ул хәтерҙән дә юйыла яҙған бер иҫке картинаны хәтерләтә: тәрән һиллектә, мүк менән ҡапланған бик боронғо монастырь өйө эргәһендәге күл буйында, хәтфә үлән өҫтөндә, башына осло монах бүрке кейгән ап-аҡ сәсле бер йыуаш ҡарт балыҡ ҡармаҡлап ултыра.
Он напоминал какую-то очень старую, всеми забытую картину: в невозмутимой тишине, у древнего, поросшего мхом скита сидит над озером, на изумрудном бережку, светлый и тихий старичок в скуфейке и удит рыбку.
Fadeev
Саф күк йөҙө лә, эҫенән әлһерәгән шыршылар ҙа, ҡамышлы күл дә тып-тын.
Тихое небо над старичком, тихие, в жаркой истоме, ели, тихое, заросшее камышами озеро.
Fadeev
Тыныслыҡ, йоҡоға ойоған һиллек...
Мир, сон, тишина...
Fadeev
Мечик күңеле шундай тәрән йоҡо тынлығын һағына түгелме һуң?
Не об этом ли сне тоскует у Мечика душа?
Fadeev
— Эйе-е...
— Да-а...
Fadeev
Минең янға ҡайтып инде ул. Ә мин, әлбиттә, умарталыҡта ултырам.
Приходит это он до меня. Я, конешно, сидю на пасеке.
Fadeev
Һуң, беләһең, күптән күрешкән юҡ, үбештек – билдәле инде.
Ну, не видались давно, поцеловались – дело понятное.
Fadeev
Күрәм, ул ниңәлер күңелһеҙ...
Вижу только, сумный он штой-то...
Fadeev
«Мин, атай, Читаға китәм», – ти.
“Я, говорит, батя, в Читу уезжаю”.
Fadeev
«Ниңә улай?»
“Почему такое?..”
Fadeev