ba large_stringlengths 1 3k | ru large_stringlengths 1 3.01k | corpus large_stringclasses 56
values |
|---|---|---|
Бик ныҡ эсә тиҙәр. | Говорят, пьет здорово. | Fadeev |
Тамам юлдан яҙған икән. | Свихнулся вовсе. | Fadeev |
Левинсон был яңы мәғлүмәттәрҙе кисә Даубихинонан килгән спирт һатыусы Стыркшаның һөйләгәндәре менән һәм ҡаланан алынған хәбәрҙәр менән сағыштырып ҡараны. | Левинсон сопоставил новые данные с теми, что сообщил вчера даубихинский спиртонос Стыркша, и с теми, что присланы были из города. | Fadeev |
Ниндәйҙер шикле нәмә бар. | Чувствовалось что-то неладное. | Fadeev |
Был йәһәттән Левинсондың һиҙгерлеге айырыуса көслө – ярҡанаттыҡы кеүек, алтынсы тойғоһо бар ине. | У Левинсона был особенный нюх по этой части – шестое чутье, как у летучей мыши. | Fadeev |
Шик бына шунда ине: Спасскиға тип сығып киткән кооператив председателенең инде икенсе аҙна өйөнә ҡайтҡаны юҡ; Сандагоуҙан килгән бер нисә крәҫтиән, ҡапыл өйҙәрен һағынып, өсөнсө көндө отрядтан ҡасты; отряд менән бергә Уборкаға юл тотҡан аҡһаҡ хунхуз Ли-фу, ни сәбәптәндер, Фудзин йылғаһының үрге яғына ҡарай боролоп китк... | Неладное чувствовалось в том, что выехавший в Спасское председатель кооператива вторую неделю не возвращался домой, и в том, что третьего дня сбежало из отряда несколько сандагоуских крестьян, неожиданно загрустивших по дому, и в том, что хромоногий хунхуз Ли-фу, державший с отрядом путь на Уборку, по неизвестным причи... | Fadeev |
Левинсон разведчиктан ҡат-ҡат һорашты һәм яңынан картаһына ҡапланды. | Левинсон снова и снова принимался расспрашивать и снова весь уходил в карту. | Fadeev |
Ул, тайгалағы ҡарт бүре кеүек (тешһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, быуындар буйынса килгән еңелмәҫ аҡыллылыҡ менән көтөүҙе үҙ артынан буйһондороп алып бара торған ҡарт бүре кеүек), ғәжәп түҙемле һәм ныҡышмалы кеше ине. | Он был на редкость терпелив и настойчив, как старый таежный волк, у которого, может быть, недостает уже зубов, но который властно водит за собой стаи – непобедимой мудростью многих поколений. | Fadeev |
— Йә, ниндәй ҙә булһа айырыуса берәр хәл... һиҙелмәнеме? | — Ну, а чего-нибудь особенного... не чувствовалось? | Fadeev |
Разведчик аптырабыраҡ ҡараны. | Разведчик смотрел не понимая. | Fadeev |
— Берәй еҫ, еҫ һиҙмәнеңме һуң? – Левинсон бармаҡ остарын бергә тоташтырып тиҙ генә танауына яҡын килтерҙе. | — Нюхом, нюхом!.. – пояснил Левинсон, собирая пальцы в щепотку и быстро поднося их к носу. | Fadeev |
Разведчик, ғәйепле кеше төҫлө: – Бер еҫ тә һиҙмәнем... Бары шунда инде... – тине. | — Ничего не унюхал... Уж как есть... – виновато сказал разведчик. | Fadeev |
«Нимә, мин этме әллә», – тип, рәнйеп, ғәжәпләнеп уйланы ул, һәм уның йөҙө, ҡыҙарып, Сандагоу баҙарындағы һатыусы ҡатындыҡы кеүек, ҡапыл аңра ҡиәфәткә керҙе. | “Что я – собака, что ли?” – подумал он с обидным недоумением, и лицо его сразу стало красным и глупым, как у торговки на сандагоуском базаре. | Fadeev |
Левинсон: – Ярай, бар... – тип, ҡулын һелтәне һәм, тәрән зәңгәр күҙҙәрен ҡыҫып, уның артынан көлөмһөрәп ҡарап ҡалды. | — Ну, ступай... – махнул Левинсон рукой, насмешливо прищуривая вслед голубые, как омуты, глаза. | Fadeev |
Ул яңғыҙ ҡалғас, уйға бирелеп, баҡса буйлап урап сыҡты, алма ағасы янында туҡтап, уның ҡайрыһында үрмәләп йөрөгән ҡаты башлы, ҡом төҫлө ҡуңыҙға оҙаҡ ҡарап торҙо һәм ниндәйҙер билдәһеҙ юлдар менән ҡапыл бер һығымтаға килде: әгәр алдан әҙерләнмәһәң, оҙаҡламайынса япондар отрядты тар-мар итәсәк. | Один он в задумчивости прошелся по саду, остановившись у яблони, долго наблюдал, как возится в коре крепкоголовый, песочного цвета жучок, и какими-то неведомыми путями пришел вдруг к выводу, что в скором времени отряд разгонят японцы, если к этому не приготовиться заранее. | Fadeev |
Рябецтың ҡауын баҡсаһына төшкән... бына, рәхим итегеҙ!.. | Дыни у Рябца крал... вот, пожалуйста!.. | Fadeev |
Ул, билен бөгөп, ҡулын командирҙан Рябецҡа табан һуҙҙы, гүйә уларға танышырға тәҡдим итте. | Он с поклоном повел руками от командира к Рябцу, словно предлагал им познакомиться. | Fadeev |
Ярҙамсыһының был тиклем ярһығанын Левинсондың күптән күргәне юҡ ине. | Левинсон давно не видал помощника в таком возбуждении. | Fadeev |
— Ә һин ҡысҡырма, – тине ул уға тыныс һәм сабыр ғына, – ҡысҡырырға ярамай. | — А ты не кричи, – сказал он спокойно и убедительно, – кричать не нужно. | Fadeev |
Ни булған?.. | В чем дело?.. | Fadeev |
— Ярты баҡсаны харап иткән, иптәш командир, һис тә ялған түгел бына! | — Полбаштана изгадил, товарищ командир, истинная правда! | Fadeev |
Беләһеңме нисек, мин, әллә ҡасандан бирле йыйынып, нәрәтә ҡарарға тип барғайным, өйәңкеләр араһынан килеп сыҡһам... | Я, знаешь, нерета проверял – в кои веки собрался, – когда вылезаю с ивнячка... | Fadeev |
Ул зарын тәфсилләп һөйләп бирҙе, халыҡ эштәре менән йөрөй-йөрөй үҙ хужалығын бөтөнләй ҡарай алмауына айырыуса баҫым яһаны. | И он пространно изложил свою обиду, особенно напирая на то, что, работая для мира, вовсе запустил хозяйство. | Fadeev |
— Беләһеңме тағы, минең ҡатын-ҡыҙҙар, кеше ҡатындары кеүек баҡса ҡыйын утайһы урынға, бесән сабып интегә. | — Бабы у меня, знаешь, заместо того, чтоб баштаны выполоть, как это у людей ведется, на покосе маются. | Fadeev |
Левинсон, уның һүҙҙәрен диҡҡәт менән сабыр ғына тыңлағас, Морозканы саҡырырға ебәрҙе. | Левинсон, выслушав его внимательно и терпеливо, послал за Морозкой. | Fadeev |
Фуражкаһын түбәһенә ҡыйыш-мыйыш тартып кейгән һәм йөҙөндә төҙәлмәҫлек оятһыҙ ҡиәфәт сағылған Морозка Левинсон алдына килеп баҫты. Ул үҙен ғәйепле һиҙгәндә, ләкин ялғанларға һәм һуңғы сиккә саҡлы аҡланырға уйлағанда, уның йөҙө һәр ваҡыт шулай була ине. | Тот явился с небрежно заломленной на затылок фуражкой и с неприступно-наглым выражением, которое всегда напускал, когда чувствовал себя неправым, но предполагал врать и защищаться до последней крайности. | Fadeev |
Командир, үҙенең баҙыҡ күҙҙәрен ҡапыл Морозкаға текләп: – Һинең тоҡмо был? – тип һораны. | — Твой мешок? – спросил командир, сразу вовлекая Морозку в орбиту своих немутнеющих глаз. | Fadeev |
— Минеке... | — Мой... | Fadeev |
— Бакланов, ал әле уның смитын... | — Бакланов, возьми-ка у него смит... | Fadeev |
— Нисек инде – ал?.. | — Как возьми?.. | Fadeev |
Бакланов та, ҡаштарын йыйырып, уҫал сабырлыҡ менән: – Шаярма, шаярма... – тине. | — Не балуй, не балуй... – с суровой сдержанностью сказал Бакланов, туже сбирая складки над переносьем. | Fadeev |
— Һуң, күпме ҡауын алдым һуң мин унда?.. | — Ну, сколько я там дынь этих взял?.. | Fadeev |
Был ни эшләүегеҙ һеҙҙең, Хома Егорыч, ысынлап та... ысынлап та! | И что это вы, Хома Егорыч, на самом деле. Ну, ведь сущий же пустяк... на самом деле! | Fadeev |
Рябец һағайып башын эйҙе, туҙанлы ялан аяҡтарының бармаҡтарын ҡыймылдатты. | Рябец, выжидательно потупив голову, шевелил босыми пальцами запыленных ног. | Fadeev |
Левинсон, Морозканың был ҡылығын тикшерер өсөн, кискә отряд менән берлектә ауыл халҡын йыйырға ҡушты. | Левинсон распорядился, чтоб к вечеру собрался для обсуждения Морозкиного поступка сельский сход вместе с отрядом. | Fadeev |
— Әйҙә, бөтәһе лә белһен... | — Пускай все узнают... | Fadeev |
Морозка тоноҡ һәм әрнеүле тауыш менән: – Осип Абрамыч... – тип һүҙ башланы. | — Иосиф Абрамыч... – заговорил Морозка глухим, потемневшим голосом. | Fadeev |
Ә мужиктар нимәгә? | А мужиков зачем? | Fadeev |
Ул председателде ҡултыҡлап ситкәрәк алып китте лә ошо ике көн эсендә ауылдан икмәк йыйып, бер ун ботлап сохари киптереүен үтенде. | Он взял председателя за локоть и, отведя в сторону, попросил в двухдневный срок собрать по деревне хлеба и насушить пудов десять сухарей. | Fadeev |
— Тик ҡара уны, сохариҙың кемгә һәм ниңә икәнен берәү ҙә белмәһен. | — Только смотри, чтоб никто не знал – зачем сухари и для кого. | Fadeev |
Морозка, һүҙҙең бөткәнен аңлап, ҡарауыл йортона ҡарай тәнтерәкләне. | Морозка понял, что разговор окончен, и уныло поплелся в караульное помещение. | Fadeev |
— Начхозға әйт, биҙрәне тултырып бирһен. | — Скажи начхозу, пусть сыплет полную мерку. | Fadeev |
IV. Яңғыҙ | IV. Один | Fadeev |
Морозканың килеүе Мечиктың госпиталдәге һәүетемсә, шау-шыуһыҙ тормош һөҙөмтәһендә тыуған йән тыныслығын боҙҙо. | Приезд Морозки нарушил душевное равновесие, установившееся в Мечике под влиянием ровной, безмятежной жизни в госпитале. | Fadeev |
Ниңә ул миңә шулай мыҫҡыллап ҡараны икән? – тип уйланы ул, ординарец киткәс. | Почему он смотрел так пренебрежительно? – подумал Мечик, когда ординарец уехал. | Fadeev |
Ярай, ул мине уттан алып сыҡты ти, ләкин был уға минән көлөргә хоҡуҡ бирәме ни?.. | Пусть он вытащил меня из огня, разве это дает право насмехаться?.. | Fadeev |
Етмәһә бөтәһе лә... бөтәһе лә бит... | И все, главное... все... | Fadeev |
Ул үҙенең нәҙек, кипкән бармаҡтарына, одеял аҫтындағы, ҡабыҡ менән урап бәйләнгән аяҡтарына ҡараны, һәм уның күңел төбөндә ятҡан элекке рәнйеүҙәре яңы көс менән ҡалҡып сыҡты, йөрәген ниндәйҙер әрнеү һәм ауыртыу ҡыҫып алды. | Он посмотрел на свои тонкие, исхудавшие пальцы, ноги под одеялом, скованные лубками, и старые, загнанные внутрь обиды вспыхнули в нем с новой силой, и душа его сжалась в смятении и боли. | Fadeev |
Оҙонса йөҙлө, шайтан таяғы шикелле сәнскеле күҙле егет уны асыуланып һәм ҡаты итеп яғаһынан тотоп алғандан бирле, һәр кем уға көлөп ҡарай, ярҙам ҡулын һуҙып бармай, береһе лә уның хәлен аңларға теләмәй. | С той самой поры, как остролицый парень с колючими, как бодяки, глазами враждебно и жестоко схватил его за воротник, каждый шел к Мечику с насмешкой, а не с помощью, никто не хотел разбираться в его обидах. | Fadeev |
Хатта мөхәббәт һәм тыныслыҡ менән йәнәш тайга һиллеге хөкөм һөргән госпиталдәге кешеләр ҙә уны бурыстары шунан ғибарәт булған өсөн генә иркәләй ине. | Даже в госпитале, где таежная тишина дышала любовью и миром, люди ласкали его только потому, что в этом состояла их обязанность. | Fadeev |
Мечик өсөн иң ауыры, иң ғазаплыһы шул: ҡайҙалыр арпа баҫыуында ҡаны ҡойолғандан һуң да ул үҙен яңғыҙ хис итә. | И самым тяжелым, самым горьким для Мечика было чувствовать себя одиноким после того, как и его кровь осталась где-то на ячменном поле. | Fadeev |
Уның Пиканы күргеһе, уның менән һөйләшкеһе килде, ләкин ҡарт, халатын йәйеп, башы аҫтына йомшаҡ бүркен һалып, сатыр һымаҡ ағас төбөндә тыныс ҡына йоҡлай. | Его потянуло к Пике, но старик, расстелив халат, мирно спал под деревом на опушке, подложив под голову мягкую шапчонку. | Fadeev |
Уның ялтыр түңәрәк пеләше өҫтөндә көмөштәй сал сәстәре тырпайып йылтырай. | От круглой, блестящей лысинки расходились во все стороны, как сияние, прозрачные серебряные волосики. | Fadeev |
Тайга эсенән ике егет килеп сыҡты – береһе ҡулын марля менән бәйләгән, икенсеһе бер аҙ аҡһай. | Двое парней – один с перевязанной рукой, другой, прихрамывая на ногу, – вышли из тайги. | Fadeev |
Улар, ҡарт янында туҡтап, бер-береһенә хәйләле генә күҙ ҡыҫышты. | Остановившись около старика, жуликовато перемигнулись. | Fadeev |
Аҡһағы бер һалам табып алды ла, үҙе сөскөрөргә йыйынғандай ҡаштарын дуғаландырып, йөҙөн йыйырып, Пиканың моронон ҡытыҡларға тотондо. | Хромой отыскал соломинку и, приподняв брови и сморщившись, словно сам собирался чихнуть, пощекотал ею в Пикином носу. | Fadeev |
Пика йоҡо аралаш мығырланы, моронон тартҡыланы, бер нисә тапҡыр ҡулы менән һелтәнде, ахыр сиктә, егеттәрҙе шатландырып, ҡаты сөскөрҙө. | Пика сонно заворчал, поерзал носом, несколько раз отмахнулся рукой, наконец громко чихнул, к всеобщему удовольствию. | Fadeev |
Егеттәр пырхылдап көлөп ебәрҙе һәм, шаян малайҙар кеүек арттарына ҡарай-ҡарай, эйелеп, береһе ҡулын күкрәгенә һаҡ ҡына ҡыҫа төшөп, икенсеһе, бер аяғына аҡһай-аҡһай, баранка ҡарай йүгерҙе. | Оба прыснули со смеха и, пригибаясь к земле, оглядываясь, как нашкодившие ребята, побежали к бараку – один бережно поджимая руку, другой – воровато припадая на ногу. | Fadeev |
Һин ниңә беҙҙең бисәләрҙе һәрмәйһең?.. | Ты что ж это баб наших лапаешь?.. | Fadeev |
Йә әле, йә әле, мин дә тотоп ҡарайым... – тип мығырланы ул, иркәләнгән һымаҡ, һәм, сестра янына ултырып, уны һау ҡулы менән ҡосаҡлап алды. | А ну, а ну, дай-ка и мне подержаться... – заворчал он масленым голосом, садясь рядом и обнимая сестру здоровой рукой. | Fadeev |
Беҙ һине яратабыҙ – һин бөтәбеҙгә берәү, ә был ҡара шайтанды ҡыу бынан – ҡыу уны әсәһенә, ҡыу һин ул уйнаштан тыуғанды!.. | Мы тебя любим – ты у нас одна, а этого черномазого гони – гони его к мамаше, гони его, сукиного сына!.. | Fadeev |
— Ә миңә ҡайҙа һыйынырға? – Аҡһаҡ иларҙай булып сыйылданы. | — А мне иде ж притулиться? – плаксиво загнусил хромой. | Fadeev |
Уның юлдашы, тегене яҡын ебәрмәҫкә, ҡурҡытырға самалап, аяғы менән һелтәнә, ә фельдшер Варяның кофтаһы эсенә ҡулы менән һиҙҙермәй генә үрелгән дә рәхәтләнеп көлә. | Его спутник устрашающе дрыгал ногой, не подпуская близко, а фельдшер хохотал неестественно громко, незаметно залезая Варе под кофточку. | Fadeev |
Ә сестра, Харченконың ҡулын ситкә этәрмәйенсә, уларға күндәм һәм арманһыҙ ғына ҡарай. Ул, ҡапыл Мечиктың аптыраулы ҡарашын һиҙеп, йәһәт кенә кофтаһын ҡаплап, ҡапыл урынынан торҙо, үҙе сәскә кеүек ҡыҙарғайны. | Она смотрела на них покорно и устало, даже не пытаясь выгнать Харченкову руку, и вдруг, поймав на себе растерянный взгляд Мечика, вскочила, быстро запахивая кофточку и заливаясь, как пион. | Fadeev |
— Балға эйәләгән себен кеүек ябырылалар, йолҡош айғырҙар! – тине ул йән асыуы менән һәм, башын түбән эйеп, баранка ҡарай йүгерҙе. | — Лезут, как мухи на мед, кобели рваные!.. – сказала в сердцах и, низко склонив голову, убежала в барак. | Fadeev |
Ишектән ингәндә итәген ҡыҫтырҙы, сабыуын асыу менән тартып алып, ишекте яңынан шул тиклем ҡаты япты, хатта ярыҡтарҙан мүктәр ҡойолдо. | В дверях защемила юбку и, сердито выдернув ее, снова хлопнула дверью так, что мох посыпался из щелей. | Fadeev |
— Бына һиңә сестра-а!.. – тине шул саҡ аҡһаҡ, көйләп-һуҙып. | — Вот тебе и сестра-а!.. – певуче возгласил хромой. | Fadeev |
Ул, тәмәке еҫкәгәндәге һымаҡ йөҙөн йыйырып, тауышһыҙ ғына, үсәнә-үсәнә кеткелдәне. | Скривился, как перед табачной понюшкой, и захихикал – тихо, мелко и пакостно. | Fadeev |
Ә саған аҫтында дүрт матрац бейеклегендәге карауатта яралы партизан Фролов, ауырыуҙан йонсоған һары йөҙө менән вайымһыҙ ғына күккә текләп, асыулы ғына ята. | А из-под клена, с койки, с высоты четырех матрацев, уставив в небо желтое, изнуренное болезнью лицо, чуждо и строго смотрел раненый партизан Фролов. | Fadeev |
Уның күҙ ҡарашы үлгән кешенеке кеүек төҫһөҙ һәм буш. | Взгляд его был тускл и пуст, как у мертвого. | Fadeev |
Мечик уның хәрәкәтһеҙ ҡарашын тойҙо һәм, ҡапыл һиҫкәнеп, унан күҙҙәрен алды. | Мечик почувствовал на себе его неподвижный взгляд и, вздрогнув, испуганно отвел глаза. | Fadeev |
— Егеттәр... шаяралар... – тине Фролов ҡарлыҡҡан тауыш менән һәм, үҙенең әле тере икәнен кемгәлер иҫбат итергә теләгәндәй, бармағын ҡыбырлатып ҡуйҙы. | — Ребята... шкодят... – хрипло сказал Фролов и пошевелил пальцем, будто хотел доказать кому-то, что еще жив. | Fadeev |
Мечик ишетмәмешкә һалышты. | Мечик сделал вид, что не слышит. | Fadeev |
Барак ишегенән, ипһеҙ эйелеп, доктор Сташинский килеп сыҡты. | Из барака, неловко сломившись в дверях, вышел доктор Сташинский. | Fadeev |
Сыҡҡас та, бөкләнгән еренән сығарылған оҙон бәке һымаҡ, турайҙы. Ишектән сыҡҡанда уның шул тиклем эйелә алыуы сәйер ине. | Сразу выпрямился, как длинный складной ножик, и стало странным, как это он мог согнуться, когда вылезал. | Fadeev |
Ул эре-эре атлай егеттәр янына килде һәм, уларҙың ниңә кәрәк булғандарын онотоп, һыңар күҙен ҡыҫҡылап, ғәжәпләнеп ҡаранды... | Он большими шагами подошел к ребятам и, забыв, зачем они понадобились, удивленно остановился, мигая одним глазом... | Fadeev |
— Эҫе... – тине ул, ахыр сиктә, ҡыҫҡа ғына итеп алдырған сәсен ҡулы менән кирегә һыпырғылап. | — Жара... – буркнул наконец, складывая руку и проводя ею по стриженой голове против волос. | Fadeev |
Ул бөтәһенә лә әсәй һәм ҡатын булып бөтә алмаған кешене рәнйетеү яҡшы түгеллеген әйтергә тип сыҡҡайны ла баһа. | Вышел же он сказать, что нехорошо надоедать человеку, который не может же заменить всем мать и жену. | Fadeev |
— Ятыуы күңелһеҙ түгелме? – тип, ул Мечик янына килде һәм үҙенең ҡоро, ҡыҙыу ҡулын уның маңлайына ҡуйып ҡараны. | — Скучно лежать? – спросил он Мечика, подходя к нему и опуская ему на лоб сухую, горячую ладонь. | Fadeev |
Уның хәл һорашыуынан Мечик ҡапыл хисләнеп ҡуйҙы. | Мечика тронуло его неожиданное участие. | Fadeev |
— Миңә нимә?.. Шәбәйһәм, китәм дә барам, – тине ул, ҡалҡынып, – ә бына һеҙ нисек?.. | — Мне – что?.. поправился и пошел, – встрепенулся Мечик, – а вот вам как? | Fadeev |
— Шулай кәрәк булғас ни... | — А если надо?.. | Fadeev |
— Урманда торорға кәрәк булғас тим... | — Да в лесу мне быть... | Fadeev |
Сташинский Мечиктың маңлайынан ҡулын алды һәм, беренсе мәртәбә ҡыҙыҡһынып, ялтыраған сем-ҡара күҙҙәре менән туп-тура уның күҙҙәренә текәлде. | Сташинский принял руку и впервые с человеческим любопытством посмотрел Мечику прямо в глаза своими – блестящими и черными. | Fadeev |
Сташинскийҙың күҙҙәре нисектер алыҫтан һәм һағышлы ҡарай ине, әйтерһең, улар Сихотэ-Алиндың әсе төтөнлө усаҡтары янында оҙон төндәрҙе әрнеп үткәргән яңғыҙ кешеләрҙең барлыҡ ғазаптарын үҙенә йыйған. | Они смотрели как-то издалека и тоскливо, будто вобрали всю бессловесную тоску по людям, что долгими ночами гложет таежных одиночек у чадных сихотэ-алиньских костров. | Fadeev |
— Мин аңлайым, – тине Мечик күңелһеҙ генә һәм яғымлы, моңһоу ғына йылмайҙы. | — Я понимаю, – грустно сказал Мечик и улыбнулся так же приветливо и грустно. | Fadeev |
Ә берәй ауылда урынлашып булмай инеме ни? | А разве нельзя было в деревне устроиться?.. | Fadeev |
Ул аңлашылып бөтмәгән һорауын тиҙ генә төҙәтеп ҡуйҙы: – Һеҙгә тип әйтеүем түгел, ә госпиталде ауылға урынлаштырырға булғандыр бит, тиеүем. | То есть не то что вам лично, – перехватил он недоуменный вопрос, – а госпиталь в деревне? | Fadeev |
— Бында ҡурҡыныс аҙыраҡ... | — Безопасней здесь... | Fadeev |
Ә һеҙ үҙегеҙ ҡайҙан? | А вы сами откуда? | Fadeev |
— Ҡаланан. | — Я из города. | Fadeev |
— Күптәнме? | — Давно? | Fadeev |
— Айҙан артыҡ инде. | — Да уж больше месяца. | Fadeev |
— Аҙыраҡ беләм... | — Знаю немножко... | Fadeev |
Тағы кемдәрҙе беләһегеҙ? | А еще кого знаете? | Fadeev |
Доктор күҙ ҡабаҡтарын йышыраҡ ҡыҫҡылай башланы һәм, арттан кемдер уның теҙ аҫтына һуҡҡандай һығылып, ҡапыл төп өҫтөнә ултырҙы. | Доктор сильнее замигал глазом и так внезапно опустился на пенек, словно его сзади ударили под коленки. | Fadeev |
— Вонсикты, Ефремовты беләм, – тип, Мечик белгән кешеләрен һанарға кереште. – Гурьевты, Френкелде – теге күҙлеклеһен түгел, уныһы менән танышлығым юҡ, ә бәләкәйен... | — Вонсика знаю, Ефремова... – начал перечислять Мечик, – Гурьева, Френкеля – не того, что в очках, – с тем я незнаком, – а маленького... | Fadeev |
Ҡайҙан беләһегеҙ һеҙ уларҙы? | Откуда вы их знаете? | Fadeev |
Мечик, ниңәлер уңайһыҙланып: – Мин бит күберәк улар менән... – тип мығырланы. | — Так ведь я все с ними больше... – неуверенно пробормотал Мечик, почему-то робея. | Fadeev |
Сташинский: «Ә-ә...» – тиергә теләгәйне, ахыры, ләкин әйтмәй ҡалды. | “А-а...” – хотел сказать как будто Сташинский и не сказал. | Fadeev |
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.